+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабрь 2023, 08:18

Республикабыҙҙа йышыраҡ ипотека ала башлағандар

Уҙып барған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда ипотека килешеүҙәре һаны 46 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.

Республикабыҙҙа йышыраҡ ипотека ала башлағандарРеспубликабыҙҙа йышыраҡ ипотека ала башлағандар
Республикабыҙҙа йышыраҡ ипотека ала башлағандар

Уҙып барған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда ипотека килешеүҙәре һаны 46 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Ведомствола 126 меңдән ашыу яҙма теркәлгән. 2022 йылда иһә был күрһәткес 86 меңдән ашыу тәшкил иткән. 

«90 проценттан ашыу осраҡта ипотека һанлы форматта теркәлә, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 85,4 процентҡа күберәк. Льготалы һәм социаль ипотеканың башҡа төрҙәре торлаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Комплекслы төҙөлөш программаһының да әһәмиәте ҙур», – тине «Росреестр»ҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас