+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабрь 2023, 11:08

Ике мышыны үлтергән кешеләр табылған

Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы баһалауынса, улар 640 мең һумлыҡ зыян килтергән.  

Ике мышыны үлтергән кешеләр табылғанИке мышыны үлтергән кешеләр табылған
Ике мышыны үлтергән кешеләр табылған

Белорет районында рөхсәтһеҙ ике мышы аулаған браконьерҙар табылған. Әлеге осраҡ тураһында Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Тағылмалы машинаны туҡтатҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡанлы балта һәм бысаҡтар тапҡан. Бының сәбәптәрен асыҡлаған ваҡытта машиналағы ирҙәрҙең береһе законһыҙ һунар итеүҙәрен әйткән, ата һәм инә мышыны атҡан урынды күрһәткән. Ваҡиға урынына Башҡортостан Экология министрлығының дәүләт инспекторы һәм полицияның оператив төркөмө саҡырылған. Браконьерҙарҙың мылтығы һәм ҡаргиҙәре тартып алынған. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы баһалауынса, улар 640 мең һумлыҡ зыян килтергән.  

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ике ҡоралайҙы рөхсәтһеҙ атып алыу осрағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-12-20/v-bashkirii-nashli-brakonierov-ubivshih-dvuh-losey-3575508

Автор:
Читайте нас