

Кисә Мәскәүҙә БДБ илдәре хөкүмәттәре башлыҡтарының кәңәшмәһе үтте.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин коллегалар менән бергә ВДНХ-ла эшләгән “Рәсәй” күргәҙмә-форумында булды, ҡунаҡтар башҡалар иҫәбендә Башҡортостан стендын да ҡараны, тип яҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ул билдәләүенсә, сафҡа ингән иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү буйынса завод, юл төҙөлөшө техникаһын етештереүгә махсуслашасаҡ “Амкодор-Алға” заводы проекты юғары баһа алған.
Шулай уҡ Премьер-министр Михаил Мишустинды масштаблы инвестиция проекты иҫәбенә ингән Сибай – Подольск – Новорудная тимер юлы төҙөлөшө менән танышҡан. Ул Силәбе тимер юлына көсөргәнеште кәметә һәм Ҡаҙағстанға юлды 250 километрға ҡыҫҡарта.