+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Декабрь 2023, 08:50

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә өс бурыстар блогын билдәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың идара итеү командаһы өсөн өс мөһим бурыстар блогын билдәләне.

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә өс бурыстар блогын билдәләнеРадий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә өс бурыстар блогын билдәләне
Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә өс бурыстар блогын билдәләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың идара итеү командаһы өсөн өс мөһим бурыстар блогын билдәләне.

Беренсеһе – махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү буйынса әүҙем эш, барлыҡ ресурстарыбыҙҙы мобилизациялау, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә, яңы ирекле подразделениелар ойоштороуға булышлыҡ итеү, гуманитар ярҙам.

Икенсеһе – махсус хәрби операция ветерандары, инвалидтары һәм уларҙың ғаиләләре, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары менән эшләү, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, яугирҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын реабилитациялау, йәштәр менән хәрби-патриотик эш алып барыу, ил эсендә ижтимағи-сәйәси хәлде ҡаҡшатырға, милләт-ара конфликттарҙы киҫкенләштерергә тырышыуҙарға ҡаршы тороу.

Өсөнсө бурыстар блогы - республика үҫеше пландарын һәм программаларын дауам итеү, иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу, инвестиция, технологик, инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу, халыҡтың йәшәү сифатын артабан да яҡшыртыу.

Автор:
Читайте нас