+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Декабрь 2023, 03:22

Етемдәргә ярҙам булһын тип

2024 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек үҙәктәрендә эшһеҙ булараҡ теркәлеп, тәүге тапҡыр эш эҙләүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға өҫтәмә түләүҙәр индерелә.

Етемдәргә ярҙам булһын типЕтемдәргә ярҙам булһын тип
Етемдәргә ярҙам булһын тип

2024 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек үҙәктәрендә эшһеҙ булараҡ теркәлеп, тәүге тапҡыр эш эҙләүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға өҫтәмә түләүҙәр индерелә. Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Әгәр улар эшһеҙ статусы бирелгәндән һуң алты айҙан иртәрәк эш тапһа, ярты йылдың ҡалған айҙары өсөн өҫтәмә түләү аласаҡ. Был түләүҙең күләме уларҙың хеҙмәт хаҡы менән төбәктәге уртаса хеҙмәт хаҡы араһындағы айырмаға тиң буласаҡ.

Әле Башҡортостанда уртаса эш хаҡы –  56 129,9 һум тәшкил итә, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас