+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
19 Декабря 2023, 09:09

Башҡортостанда 2024 йыл – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип билдәләргә тәҡдим итте.

Башҡортостанда 2024 йыл –  Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында хәстәрлек йылыБашҡортостанда 2024 йыл –  Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы
Башҡортостанда 2024 йыл – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип билдәләргә тәҡдим итте.

«Беҙ инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендәге инвалидтарға ярҙам күрһәтеүгә, уларға эшкә урынлашырға, һөнәри белем алырға булышлыҡ итеүгә, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социалләштереү системаларын булдырыуға етди иғтибар бүләсәкбеҙ. Ғөмүмән, был мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү. Хөкүмәттең тейешле саралар планын әҙерләүен һорайым», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, башта норматив-хоҡуҡи база өҫтөндә ныҡлап эшләргә кәрәк.

Республиканың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 250 меңдән ашыу инвалид йәшәй, уларҙың 93 меңгә яҡыны – хеҙмәт йәшендә.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас