+24 °С
Ямғыр


Бөгөн, 19 декабрҙә, 10.00 сәғәттә Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Сығышында ул йылдағыса Ҡоролтай депутаттары һәм республиканың идара итеү органдары алдында 2024 йылға һәм урта арауыҡ перспективаға бурыстар ҡуя. Мөрәжәғәтнамәне тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” телеканалдары эфирында, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.