

«Башҡортостан халҡының яуаплы хеҙмәте, берҙәмлеге менән уҙып барған йыл, хатта ҡатмарлы шарттарҙа ла, беҙҙең өсөн уңышлы булды. Уның төп йомғаҡтарына туҡталам», – тине Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтендә.
«Кешеләргә бик яҡын һәм мөһим булған социаль өлкәнән башлайым. Тәү сиратта, демографиянан.
Ил Президенты киләһе йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауҙың беҙҙең өсөн өҫтөнлөккә эйә булыуы хаҡында һөйләй.
10 йылда республикала ишле ғаиләләр 59 меңгә тиклем (27,4 процентҡа) артҡан. Уларҙың һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙә етенсе урынды биләйбеҙ. Беҙҙә тыуым кимәле (бер меңгә 8,9) ил (8,7) һәм округ (8,2) буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Бала үҫтереүсе 230 меңдән ашыу ғаилә льготалар менән файҙалана. Бала тыуыуға һәм тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие түләү өсөн быйыл 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 2,5 мең егет-ҡыҙ өсөн колледждарҙа түләүле көндөҙгө бүлектә уҡыу хаҡын компенсациялай башланыҡ», – тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: «Башинформ».