+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 05:10

Төп ставка 16 процентҡа тиклем артты

Рәсәй банкы төп ставканы 1 процент пунктына — 15 проценттан 16 процентҡа тиклем күтәрҙе. 

Төп ставка 16 процентҡа тиклем арттыТөп ставка 16 процентҡа тиклем артты
Төп ставка 16 процентҡа тиклем артты

Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 1 процент пунктына — 15 проценттан 16 процентҡа тиклем күтәрҙе. Эксперттарҙың күбеһе тап шулай тип фаразлағайны.

Төп ставка июль айынан бирле арттырыла. Ярты йыл эсендә ул 7,5 проценттан ике тапҡырҙан ашыуға күтәрелде.

Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, октябрь йомғаҡтары буйынса республикала инфляция 2022 йылдың октябренә ҡарата 5,8 процент тәшкил итте.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-15/tsentrobank-povysil-klyuchevuyu-stavku-do-16-3568428

Автор:
Читайте нас