+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 03:30

Оло сара үтте

2023 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөндә, Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның тыуыуына 110 йыл айҡанлы Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Оло сара үттеОло сара үтте
Оло сара үтте

2023 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөндә, Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның тыуыуына 110 йыл айҡанлы Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Конференцияла Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур, Удмурт республикаларынан, дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

Ситтән тороп ойоштороу этабына 600 ҡатнашыусының эше килде, шуларҙың 100-е конференцияның йомғаҡлау этабында сығыш яһаны.

Сара 4 номинацияла үтте: 1 – 4 класс уҡыусыларының инша, шиғырҙары, ҡул эштәре, һүрәттәре, видеоклиптары баһаланды, 5 – 8 класс уҡыусылары тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны, 9 – 11 класс уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын күрһәтте.

Уҡытыусылар «Туған телде уҡытыуҙың иң яҡшы методик практикаһы» номинацияһында оҫталыҡ класы форматында иң һөҙөмтәле алымдары менән уртаҡлашты.

Гимназия директоры Булат Илшад улы үҙенең сығышында билдәле педагог, ғилми хеҙмәттәр авторы исемен мәңгеләштереүҙә бөгөнгө сараның әһәмиәтен билдәләне. «Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен лайыҡлы йөрөткән гимназиябыҙ баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙан ситтә лә уҡытыусыларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығына әйләнер, тип ышанам. Ә беҙҙең йәш быуын илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәрен онотмаясаҡ һәм хөрмәтләйәсәк», – тине ул, конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технология университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары, «Киске Өфө» гәзите, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, «Йәншишмә» гәзите, Милли музей, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Уның сиктәрендә Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның тормошона һәм ижадына арналған БР Милли архивы күргәҙмәһе, фильм презентацияһы үтте.

Оло сара үтте
Оло сара үтте
Оло сара үтте
Оло сара үтте
Оло сара үтте
Оло сара үтте
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас