+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 08:22

Иртәгә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

19 декабрҙә урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла Өфөнөң тимер юл вокзалына Ҡыш бабай поезы килә, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Иртәгә Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләИртәгә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә
Иртәгә Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

19 декабрҙә урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла Өфөнөң тимер юл вокзалына Ҡыш бабай поезы килә, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Ҡыш бабай поезы – Яңы йыл тылсымсыһының байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, уның составында балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу вагондары бар. Поездың башында – төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған паровоз.

«Поезд туҡтап торған ваҡытта паровоз һәм сағыу вагондар янында фотоға төшөргә, төньяҡ сувенирҙары һатылған вагон-кибеткә һәм төньяҡ аш-һыуҙары вагон-ресторанына инеп сығырға мөмкин, – тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. – Бынан тыш, тимер юл вокзалының икенсе ҡатында көндөҙгө дүрттән киске 10-сы яртыға тиклем бушлай концерт һәм анимация программаһы ойошторола».

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас