+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабря 2023, 12:10

Белорет ҡалаһында – яңы мэр

Белорет ҡалаһында мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Шулай уҡ бөгөн, 18 декабрҙә, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Белорет ҡалаһында –  яңы мэрБелорет ҡалаһында –  яңы мэр
Белорет ҡалаһында – яңы мэр

Белоретта ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Хәҙер был вазифаны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Ксения Горелова биләй. «Башинформ» агентлығына ошо хаҡта Белорет районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Шулай уҡ бөгөн, 18 декабрҙә, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Яңы мэр рәсми рәүештә 2024 йылдың ғинуарында тәғәйенләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Кирилл Егуповтың вазифаһын ҡалдырыуы билдәле булды.

Фото:Ксения Горелова/vk.com

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-18/v-bashkirii-naznachili-i-o-mera-beloretska-3571336

Автор:
Читайте нас