+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Декабря 2023, 12:21

Баймаҡта балалар поликлиникаһы асыла

Майҙаны 5,8 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинала бәләкәй пациенттарҙы педиатрҙар, оториноларинголог, офтальмолог, невролог, травматолог-ортопед, хирург, кардиолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк.

Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылаБаймаҡта балалар поликлиникаһы асыла
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асыла

 29 декабрҙә Баймаҡта балалар поликлиникаһы асыла. Был турала хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

«Бөтәһе лә яңы объектты килеп күрһен өсөн асыҡ ишектәр көнөн үткәрәбеҙ», - тине Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндө эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығышына барырға йыйыныуын әйтте. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыу тантанаһы ВКС режимында ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров 15 декабрҙә Баймаҡҡа барҙы һәм яңы балалар поликлиникаһын ҡараны. Майҙаны 5,8 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бинала пациенттарҙы педиатрҙар, оториноларинголог, офтальмолог, невролог, травматолог-ортопед, хирург, кардиолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итер тип көтөлә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-18/radiy-habirov-poruchil-otkryt-detskuyu-polikliniku-v-baymake-29-dekabrya-3571776

Автор:
Читайте нас