

Кисә Президент Владимир Путин тура эфирҙа халыҡтан килгән һәм журналистар биргән һорауҙарға яуап бирҙе.
Быйыл ғәҙәттәге матбуғат конференцияһы тура бәйләнеш менән берләштерелеп үткәрелде. Аралашыу тура эфирҙа 4 сәғәт 4 минут дауамында барҙы. Президент 67 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Уларҙың ҙур өлөшө махсус хәрби операция, социаль, тышҡы һәм эске сәйәсәт темаларына ҡағылды. Шулай уҡ ил етәксеһе шәхси һорауҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Башҡортостандан матбуғат конференцияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Яңауыл таңдары” гәзите хәбәрселәре ҡатнашты.
Программа башында Владимир Путинға 2 061 772 һорау килгән була. Мөрәжәғәттәр тапшырыу барышында ла ҡабул ителде. Һорауҙарҙы йыл буйына өйрәнәсәктәр, улар яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.