+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Декабрь 2023, 06:03

Шифалы «Хәҙрәт шишмәһе»н астылар

Ете күҙле шишмә Ғарифулла Кейеков иҫән сағында уҡ Иҫке Күрҙем ауылы диндарҙарының яратҡан урыны булған.

Шифалы «Хәҙрәт шишмәһе»н астыларШифалы «Хәҙрәт шишмәһе»н астылар
Шифалы «Хәҙрәт шишмәһе»н астылар

Башҡорт теле көнөндә Тәтешле районында изге «Хәҙрәт шишмәһе» биләмәһен астылар. Ул «Айыҡ ауыл 2022» республика конкурсының бүләк фонды иҫәбенә төҙөкләндерелгән.

«Барыбыҙ ҙа ошо шишмәнең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында беләбеҙ. Ете күҙле шишмә Ғарифулла Кейеков иҫән сағында уҡ Иҫке Күрҙем ауылы диндарҙарының яратҡан урыны булған. Байтаҡ эштәр башҡарылды: тротуарҙар һалынды, ут үткәрелде, ял итеү зоналары булдырылды», - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.

Тантаналы сарала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Светлана Дәүләтова ҡатнашты. Ул изге урындарҙың мөһимлеген һәм һыу сығанаҡтарын һаҡлау кәрәклеген билдәләне.

Бынан алда Дыуан районында Әй йылғаһы буйындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-14/v-bashkirii-blagoustroili-territoriyu-svyatogo-rodnika-3567002

Автор:
Читайте нас