+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабрь 2023, 11:50

Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә

Шулай итеп, сикләү дүрт көн ғәмәлдә.

Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнәЯңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә
Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыу сикләнә

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тураһында белдерҙеләр.

«3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға, 6 ғинуарҙа киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйыла», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Шулай итеп, сикләү дүрт көн ғәмәлдә, был магазиндарҙа һатыуға ғына ҡағыла. Кафе-ресторандарҙа спиртлы эсемлектәргә заказ бирергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-14/v-bashkirii-ogranichat-prodazhu-alkogolya-v-novogodnie-prazdniki-3566059

Автор:
Читайте нас