+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабрь 2023, 04:00

Владимир Путин менән тура бәйләнеш

Бөгөн Президент Владимир Путин Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт  2-лә ил граждандарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.

Владимир Путин менән тура бәйләнешВладимир Путин менән тура бәйләнеш
Владимир Путин менән тура бәйләнеш

Бөгөн Президент Владимир Путин Өфө ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт  2-лә ил граждандарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.

Теләгән һәр кем «Москва-Путину» махсус мобиль ҡушымтаһы аша үҙҙәренең һорауын бирә ала, был эфир ваҡытында техник яҡтан студия менән видеобәйләнешкә сығыу мөмкинлеген бирә. Һорауҙарҙы шулай уҡ moskva-putinu.ru (москва-путину.рф), 0 – 40 – 40 һанына смс- йәки ммс-хәбәр итеп ебәрергә мөмкин.

Президентҡа текст йәки видеоһорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша ебәрә алаһығыҙ. Программаның рәсми төркөмдәре –  https://vk.com/moskvaputinu һәм https://ok.ru/moskvaputinu . Һорауҙарҙы бөгөн тура бәйләнеш тамамланғансы бирергә мөмкин. Берҙәм үҙәккә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 8 – 800 – 200 – 40 - 40 телефонына бушлай шылтыратып була.

Тура бәйләнеште Беренсе, «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», НТВ, ОТР һәм башҡа телеканалдар һәи радистанциялар эфирында ҡарарға һәм тыңларға мөмкин.

Автор:
Читайте нас