+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Декабрь 2023, 03:46

Бөгөн – Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө датаһының 14 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. Был көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Бөгөн  – Башҡорт теле көнөБөгөн  – Башҡорт теле көнө
Бөгөн – Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө датаһының 14 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. Был көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Башҡорт теле көнө 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә башлай. Уны рәсмиләштереү тураһындағы указ 2019 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителде.

Башҡорт теле көнөндә Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр, кисәләр үткәрелә, конкурс еңеүселәре бүләкләнә.  Сарала республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас