

Радий Хәбиров 12 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының АСБ-1 телевидение студияһын асыуҙа ҡатнашты.
Тантанала шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов та булды.
Башҡортостан телевидениеһының йылъяҙмаһы тап ошо телевизион базанан башланған. 65 йылға яҡын тарихы булған АСБ студияһында төрлө йылдарҙа ҡунаҡта композитор Заһир Исмәғилев, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, космонавтар Владимир Комаров, Сергей Ревин, «донъяның балалар докторы» Леонид Рошаль һәм йөҙләгән сәйәсмән, иҡтисадсы, актер, дәүләт эшмәкәре булған. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының алтын фондын тәшкил иткән тапшырыуҙар ҙа ошонда төшөрөлгән.
Башҡортостан Башлығы, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары һәм «Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов символик төймәгә баҫып, яңыртылған студияның эшенә старт бирҙе.
Асыу тантанаһында Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәге - Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан тура бәйләнеш ойошторолдо.
Радий Хәбиров «Башҡортостан» ДТРК-һы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.