

12 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үткәргән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашты.
Сессия онлайн форматында үтте. Уны асып, Михаил Мишустин, сит ил партнерҙары менән уңышлы эш итеү Рәсәйҙәге күп кенә процестарға, шул иҫәптән инвестициялар йәлеп итеүгә, сәнәғәтте үҫтереү динамикаһына, халыҡтың килеменә йоғонто яһай, тип билдәләне.
Дуҫ илдәрҙәге перспективалы партнерҙар менән беҙҙең тауар әйләнеше йылдам үҫә, тип белдерҙе Премьер-министр. Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, улар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бара. Иң элек Евразия иҡтисади союзы, БДБ һәм ШОС буйынса партнерҙар менән, БРИКС, Азия-Тымыҡ океан төбәге, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Африка, Латин Америкаһы илдәре менән бәйләнештәр өҙөлмәй. Туғыҙ ай эсендә был дәүләттәр менән тауар әйләнеше 21 процентҡа артҡан. Был Ҡытай, Төркиә һәм Һиндостан менән сауҙа әйләнешендә асыҡ сағыла. Бәйләнеш буйынса лидерҙар араһында шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Бразилия бар.
Михаил Мишустин билдәләүенсә, 2030 йылға дуҫ илдәрҙең тауар әйләнешендәге өлөшө 90 процентлыҡ планканы үтеүе мөмкин.
Башҡортостан иһә 100-ҙән ашыу ил менән сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштырылған. 2023 йылдың ғинуар-сентябрендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,31 миллиард доллар тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың тәүге 10 партнеры иҫәбенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Нидерланд, Германия инә. Был илдәрҙең өлөшө төбәктең тышҡы сауҙа әйләнеше күләменең 75,1 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан – экспорт эшҡыуарлығы йәһәтенән ярҙам сараларын үҫтереү һәм индереү буйынса Рәсәй Федерацияһының алдынғы субъекттарының береһе. 2019-2023 йылдар йомғаҡтары буйынса төбәк бюджетынан дөйөм суммаһы 438 миллион һумлыҡ 211 республика экспортерына субсидиялар бирелгән. Ярҙам ителгән экспорт күләме 40 миллиард һум тәшкил итә.