

Башҡортостанда Башҡорт теле көнө уңайынан дүртенсе тапҡыр «Аҡмулла диктанты» акцияһы үтә.
Сараға кисә, 12 декабрҙә, старт бирелде. Ул 14 декабргә тиклем дауам итә.
Диктант https://bashdict.ru/ сайтында онлайн форматта бара. 2022 йылда, мәҫәлән, уны 17 меңдән ашыу кеше яҙған. Диктантта ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, дине һәм гражданлығы мөһим түгел, башҡорт һәм рус телдәрен белергә кәрәк, тип белдерәләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында.
Диктант 30 тест эшенән тора. Шул иҫәптән М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бар.
Диктант өсөн иң юғары баһа - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә.
Диктант йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр яҙылған сертификат тапшырыла.