+24 °С
Ямғыр


Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә йәмәғәт транспорты төнгө сәғәт икегә тиклем маршруттарҙы хеҙмәтләндерә.
31 декабрҙә киске сәғәт 10-дан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына тиклем автобустар 15-20 минут ара менән йөрөйәсәк.
Дөйөм алғанда, 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем пассажирҙар транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса эшләй. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында автобустар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем йөрөй. Шул уҡ ваҡытта ҡала-ара маршруттар буйынса рейстар ғәҙәти режимда башҡарыласаҡ.