

Танылған шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы Фирүзә Абдуллина «Әсәйем һабаҡтары» исемле сираттағы шиғырҙар йыйынтығын сығарҙы. Яңы китаптың исем туйы 14 декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йортонда була. Унда республиканың Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзалары, башҡорт эстрадаһы йырсылары, композиторҙар ҡатнаша. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары республика гәзит-журналдарында даими баҫыла, уның шиғырҙарына йөҙгә яҡын йыр ижад ителгән. Был йырҙар радиола һәм телевидениела ойошторолған төрлө конкурстарҙа башҡарыла. Ошондай конкурстарҙың һөҙөмтәләре буйынса Фирүзә Абдуллина 2020 йылда «Йыл шағиры» исеменә лайыҡ булды. Уның шиғырҙарын халыҡ бик яратып уҡый.
Сығанаҡ: "Башинформ".