+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабрь 2023, 11:21

Мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Мәғариф өлкәһен үҫтереү өсөн Башҡортостанға федераль субсидия бирелә.

Мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленәМәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленә
Мәктәптәрҙә яңы урындар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Рәсәй хөкүмәтендә төбәктәр өсөн субсидиялар күләменә аныҡлыҡ индерелде. Аҡса 2023 һәм 2024 йылдарҙа белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға йүнәлтелә. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Унда күренеүенсә, Башҡортостан 2023 йылда - 258,2 миллион һум, ә 2024 йылда 404,8 миллион һум дотация алырға тейеш.

Төбәктәр араһында бөтәһе 68,89 миллиард һум бүленә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанға мәғариф өлкәһен үҫтереү өсөн федераль субсидия бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-12/bashkiriya-poluchit-dopolnitelnoe-finansirovanie-na-sozdanie-novyh-mest-v-shkolah-3561859

Автор:
Читайте нас