+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабрь 2023, 03:25

"Красноусол" шифаханаһы тотороҡло үҫешә

11 декабрҙә Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Красноусол” шифаханаһын артабан үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.

"Красноусол" шифаханаһы тотороҡло үҫешә"Красноусол" шифаханаһы тотороҡло үҫешә
"Красноусол" шифаханаһы тотороҡло үҫешә

11 декабрҙә Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Красноусол” шифаханаһын артабан үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.

Шифахана 559 урынға иҫәпләнгән. Ул тире, аш һеңдереү һәм тын алыу ағзалары, һөйәк-мускул, репродуктив һәм нервы системалары сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы һауыҡтырыу йүнәлешендә махсуслашҡан. 2023 йыл башынан алып шифаханаға 20 меңдән ашыу кеше килгән, ул Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда йәшәүселәр араһында киң танылыу алған.

Финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙә сағылыуынса, шифахана тотороҡло үҫешә. Һуңғы ике йылда төп капиталға инвестициялар 300 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. 2022-2023 йылдарҙа дауалау-диагностика һәм спорт-сәләмәтләндереү комплекстары асылған, туҡланыу комплексына сертификация үткәрелгән, тар белгеслектәге табиптар штаты киңәйтелгән, өҫтәмә рәүештә 22 төр диагностика һәм физиотерапия хеҙмәтләндереүҙәре индерелгән, ашханаға капиталь ремонт яһалған.

Шифахана етәксеһе Рәмил Бәҙретдинов билдәләүенсә, урология һәм колопроктология бүлеген, бишенсе һәм алтынсы корпустар араһында 120 урынлыҡ кафе-ашхананы, 1,5 километр оҙонлоҡтағы саңғы-роллер трассаһын төҙөү дауам итә. Шулай уҡ учреждениены үҫтереү стратегик программаһы сиктәрендә 2025 йылға тиклем ҡаҙанлыҡты, биологик таҙартыу ҡоролмалары һәм канализация коллекторы биналарын капиталь ремонтлауға тотонорға планлаштырыла. Ер аҫты эсәр һәм техник һыуҙар сығарыу өсөн ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға лицензия алыуға документтар әҙерләнгән.

Автор:
Читайте нас