+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Декабря 2023, 02:55

Башҡорт теле көнөн билдәләнә

14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнөн билдәләнә. 

Башҡорт теле көнөн билдәләнәБашҡорт теле көнөн билдәләнә
Башҡорт теле көнөн билдәләнә

14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнөн билдәләнә. 

Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе Аҡмулла тыуған көндә үткәрелә. Шуға бәйле республиканың белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында тематик саралар ойошторола. Кисә үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова белдереүенсә, Башҡорт теле көнө Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Шул уҡ көндө ил президенты иғлан иткән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Остаз» республика конкурсының финалы була.

14 декарҙә мәктәптәрҙә Башҡорт теленән берҙәм дәрес була, студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар, Аҡмулла олимпиадаһы, башҡортса КВН уҙғарыла. Милли китапханалар, тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә саралар үткәрә. Көндөң киске программаһы Өфө театрҙарында спектаклдәр менән дауам итә.

Йома, 15 декабрҙә, «Торатау» конгресс-холында республика район-ҡалаларының, Рәсәй субъекттарының башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре һәм вәкилдәре осраша. Унда С.Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт наградаһының тәүге еңеүселәрен бүләкләйҙәр.

Иртәнге программа «Башҡорт теле» темаһына квиз-уйын менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо уйын өлгөһөндә муниципалитет башлыҡтарына башҡорт теле кисәһен уҙғарырға тәҡдим ителә.

Сара барышында физик шәхестәр өсөн башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар конкурсы еңеүселәренә сертификаттар тапшырыла. Йәштәр медиаһы, IT, белем биреү, мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән 10 эште грант көтә.

Шулай уҡ дөйөм белем биреү ойошмалары араһында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты»н һайлайҙар. Еңеүселәргә кабинетты мультимедиалы комплекс менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар бирелә.

Автор:
Читайте нас