+24 °С
Ямғыр


Рәсәй Федерацияһының Төп законы – Конституция 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән.
Шул уҡ йылдың 25 декабрендә ул матбуғатта баҫылып сыға һәм үҙ көсөнә инә.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм бөтә илдә ҡулланыла. Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел. Төп закон конституцион ҡоролош нигеҙҙәрен, дәүләт ҡоролошон, властың вәкиллекле, башҡарма, суд органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡ системаһын, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығыта һәм юғары юридик көскә эйә.