

Сибай егете Заһир Сәфәрғәлин һәм Баймаҡ ҡыҙы Юлиә Сөләймәнованың Өфөлә фатир алыу өсөн пластик сертификаты юғалған. Йәш ғаиләгә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләк иткәйне.
Мәғлүм булыуынса, йәштәр Шереметьево аэропортында 80-гә 120 сантиметр ҙурлыҡтағы пластик конструкцияны ғына багажға тапшырған. Өфө аэропортына килеп төшкәс, сертификаттың юғалыуы асыҡланған. Улар был турала полицияға хәбәр иткән.
«Юғалған сертификат буйынса ғына фатир һатып алып булмай, сөнки ул бер ниндәй ҙә юридик көскә эйә түгел. Йәштәрҙең ҡулында торлаҡҡа рәсми документ барҙыр, моғайын», — тип билдәләнеләр.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө линия идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, уларға ысынлап та пластик сертификаттың юғалыуы тураһында хәбәр килгән, уны эҙләйҙәр.