

12 декабрҙә VII Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантының йомғаҡлау саралары үтә.
Башҡортостанда өс майҙансыҡ эшләйәсәк. Улар - Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы майҙандары.
Быйыл Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 30 йыллығын билдәләнә. Шуға күрә диктант мәсьәләләренең бер өлөшө илдең төп документына арналасаҡ.
Һәр кем белемен юрдиктант.рф сайтында онлайн тикшерә ала. Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктанты 14 йәштән өлкән граждандарға иҫәпләнгән. Тест 40 һорауҙан тора, яуаптарға 60 минут бирелә. Ике ҡатмарлылыҡ кимәле ҡаралған: “База” һәм “Профессиональ”.
Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусы юридик диктантты үтеү тураһында сертификатты шәхси һөҙөмтә менән күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. 2023 йылдың 13 декабрендә рәсми платформала дөрөҫ яуаптар менән мәғлүмәт материалдары урынлаштырыла.