Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 2024 йылда республика халҡын нисә өҫтәмә ял көнө көтөүе тураһында хәбәр итә. Ағымдағы йылдың һуңғы эш көнө - 29 декабрь.
- 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем - яңы йыл каникулдары;
- 23 февралдән 25-нә тиклем - Ватанды һаҡлаусылар көнө;
- 8-10 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө;
- 10 апрель - Ураҙа байрамы;
- 28 апрелдән 1 майға тиклем - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы;
- 9-12 май - Еңеү көнө;
- 12 июнь –Рәсәй көнө;
- 16 июнь - Ҡорбан байрамы;
- 3 һәм 4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө;
- 2024 йылдың 29 декабренән - яңы йыл каникулдары.
Сығанаҡ: «Башинформ».