+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабрь 2023, 03:50

Өфө вуз-ара кампуста эштәр ҡайнай

Өфө вуз-ара кампусының икенсе сираты төҙөлөшөн «Эталон» компанияһы алып бара. Әле IQ-парк бинаһының ете ҡатлы өлөшөндә биҙәкләү эштәре бара.

Өфө вуз-ара кампуста эштәр ҡайнайӨфө вуз-ара кампуста эштәр ҡайнай
Өфө вуз-ара кампуста эштәр ҡайнай

Өфө вуз-ара кампусының икенсе сираты төҙөлөшөн «Эталон» компанияһы алып бара. Әле IQ-парк бинаһының ете ҡатлы өлөшөндә биҙәкләү эштәре бара.

Ғилми лабораториялар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр ҡорамалдар ҡуйыуға әҙерлек өҫтөндә.  

Премьер-министр Андрей Назаров, 15 декабргә генераль подрядсының тулыһынса әҙер биналарҙы тапшырыуға, ә юғары уҡыу йорттарының ҡорамалдарҙы килтереүгә һәм монтажлауға тотоноуы мотлаҡ, тип белдерҙе.  

– Рәсәй Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алыу мәсьәләһен кисә ведомство начальнигы Игорь Манылов менән тикшерҙек, был эште декабрҙә тамамларға һөйләшеп килештек, - тине ул профилле ведомстволар етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән аҙна башында төҙөлөш майҙанын ҡарағанда.

Кампустың икенсе сират биналары Зәки Вәлиди, Туҡай һәм Карл Маркс урамдарына сыға. Кампус проекты - 4 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән 146 мең квадрат метрға тиң биләмә.

Автор:
Читайте нас