+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә республикала коронавирус 290 ауырыуҙа асыҡланған. Кисә был һан – 275, өсөнсө көн 268 ине. Пандемия башланғандан алып был инфекция 380 459 яҡташыбыҙҙа раҫланған.
Стационарҙарҙа әле 246 сырхау дауалана, 161-е – оло йәштәгеләр. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 3 787, шуларҙың 1 588-е – өләсәй һәм олатайҙар.
Уҙған тәүлектә ковидтан 206 кеше һауыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 370 310, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Фото “Башинформ”дан алынды.