+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабрь 2023, 04:35

Башҡорт теле көнө айҡанлы

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Башҡорт теле көнө айҡанлыБашҡорт теле көнө айҡанлы
Башҡорт теле көнө айҡанлы

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Был дата бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамға ҡарата киң мәҙәни саралар билдәләнгән. 9 декабрҙә Әҙәһәм Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә “Башҡорт алфавиты” темаһына класс сәғәте үтһә, 13 декабрҙә - “Тел – халыҡ күңеле”, ә 14 декабрҙә “Туған телем – минең күңелем” концерттары була.

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Булат Йосоповтың “Бабич” фильмын күрһәтеү, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында Рәүил Бикбайҙың тыуыуына 85 йәш айҡанлы “Халыҡ ғорурлығы” әҙәби бенефисы, уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә Аҡмулла көндәре, башҡорт телен популярлаштырған һәм башҡа саралар ҡаралған.

Автор:
Читайте нас