+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабрь 2023, 03:00

Үҙеңде һынап ҡара

12 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүгә 30 йыл тула.

Үҙеңде һынап ҡараҮҙеңде һынап ҡара
Үҙеңде һынап ҡара

12 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын ҡабул итеүгә 30 йыл тула.

Ошо датаға бәйле әле онлайн-конкурс бара. Унда Башҡортостандан 18 йәштән өлкән 473 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Конкурс 30 ноябрҙә тамамланырға тейеш ине, ойоштороусылар бәйгене 10 декабргә тиклем оҙайтты.

“Рәсәй Конституцияһына 30 йыл” конкурсы – үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!" онлайн-платформала (онлайн-платформе) үткәрелә. Ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә һәм Конституция нигеҙҙәре тураһында 10 һорауға яуап бирергә кәрәк. Тест үтеүгә 10 минут бүленә. Һынауҙа ҡатнашҡандарға электрон сертификат бирелә. Ә еңеүселәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндәр араһынан билдәләйҙәр. Уларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Автор:
Читайте нас