+30 °С
Облачно


Асҡын районының Солтанбәк ауыл мәктәбе ҡаҙанлығында шартлау булған.
Һөҙөмтәлә 51 йәшлек оператор һәләк булған, бинаның бер өлөшө емерелгән.
Рәсәй Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаҙанлыҡ мәктәптән алыҫыраҡ, айырым бинала урынлашҡан. Унда пар-һауа ҡатнашмаһы шартлаған, артабан яныу булмаған.
Мәктәптә 40 бала уҡый. Әлегә уҡытыу процесы туҡтатылған.