+30 °С
Болотло


Алдағы көндәрҙә республикабыҙҙа ҡаты һыуыҡтар көтөлә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Кесаҙна, 7 декабрҙә, һауа температураһы төндә -28, -33, көндөҙ -21, -26 градусҡа тиклем төшәсәк. Республиканың көньяғында төндә -20, -25, көндөҙ -15, -20 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ.
Шаршамбы, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә -13, -18, көндөҙ -11, -16 градус һалҡын булыуы фаразлана.
Фото "Башинформ"дан алынды.