+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабря 2023, 03:35

Яңы йылға әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә 4 декабрҙә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарына әҙерлек барышын да тикшерҙеләр.

Яңы йылға әҙерлекЯңы йылға әҙерлек
Яңы йылға әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә 4 декабрҙә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарына әҙерлек барышын да тикшерҙеләр.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова белдереүенсә, райондарҙа һәм ҡалаларҙа боҙ майҙансыҡтарын төҙөү 20 декабргә тамамлана. Барлығы 1 012 яңы йыл ҡаласығы йыһазландырыла, 2 103 шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект ҡуйыла, Өфөлә иһә 149 шыршы, 19 яңы йыл ҡаласығы асыла.

Яңы йыл каникулдары осоронда республикала 28 меңгә яҡын байрам саралары ойошторола. Уларҙың ҡайҙа һәм ҡасан үтеүен “Яңы йыл календарында” белергә мөмкин буласаҡ. Уны 25 декабрҙән һуң ”Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталында табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас