+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабря 2023, 07:16

Сибай һылыуы – тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы

 Сибай ҡыҙы Зарина Исламова тай боксы буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булған. Был турала Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Сибай һылыуы – тай боксы буйынса Рәсәй чемпионыСибай һылыуы – тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы
Сибай һылыуы – тай боксы буйынса Рәсәй чемпионы

 Сибай ҡыҙы Зарина Исламова тай боксы буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булған. Был турала Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

 Муай-тай буйынса ярыштар Түбәнге Новгород өлкәһендә үткән. Зарина 54 килограмға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүгә өлгәшкән. Ул “Ҡара аждаһа” клубында шөғөлләнә икән.

Турнирҙа шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Никита Валетов – көмөш, Леон Арутюнян бронза миҙал яулаған.

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас