+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабрь 2023, 04:24

Ижади бәйге тамам

Хөрмәтле дуҫтар! Уҡыусыларыбыҙ күңелендә  яҡты ауаз тапҡан  “Әсә йөрәге - 2023”  шиғри бәйгеһе тамам. Конкурсыбыҙға  һәр береһе үҙенсәлекле булған, бай йөкмәткеле туғыҙ ижади видеояҙма килде. Йөрәк йылыһын һалып, әсәлек хистәренә дан йырлаған ижадкәрҙәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Ижади бәйге тамамИжади бәйге тамам
Ижади бәйге тамам

Хөрмәтле дуҫтар! Уҡыусыларыбыҙ күңелендә  яҡты ауаз тапҡан  “Әсә йөрәге - 2023”  шиғри бәйгеһе тамам. Конкурсыбыҙға  һәр береһе үҙенсәлекле булған, бай йөкмәткеле туғыҙ ижади видеояҙма килде. Йөрәк йылыһын һалып, әсәлек хистәренә дан йырлаған ижадкәрҙәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Ижади эштәрҙе баһалағанда, иң тәүҙә шиғырҙарҙың мәғәнәүи бөтөнлөгөнә, образлылығына, рифма-ритм төҙөклөгөнә, һүҙ байлығына иғтибар бүленде. Шулай итеп, еңеүселәр түбәндәгесә баһаланды:

 

“Иң күп лайыҡ йыйыусы” – Миңзәлә Монасипова

“Күңел кәрәҙе” номинацияһында – Фәриҙә Исмәғилева

“Моң тылсымы” номинацияһында  – Гөлсинә Йомағужина

 

I урын – Айһылыу Хәсәнова

 II урын – Гөлзифа Исрафилова, Гөлдәр Ишйәрова

III урын – Сулпан Әҡсәнова, Люциә Һеләүһенова, Көнһылыу Сөләймәнова

 

Барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшыраласаҡ.

Ә кемдәрҙер ниндәйҙер сәбәптәр менән конкурста ҡатнаша алмаған икән, борсолмаһын, киләһе “Әсә йөрәге – 2024” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас