+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Декабря 2023, 03:20

ВДНХ-ла – Башҡортостан көнө

Кисә, 3 декабрҙә, Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан көнө асылды.

ВДНХ-ла – Башҡортостан көнөВДНХ-ла – Башҡортостан көнө
ВДНХ-ла – Башҡортостан көнө

Кисә, 3 декабрҙә, Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан көнө асылды.

ВДНХ комплексы биләмәһендә үткән тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән Ҡаҙағстан һәм Беларусь илселере ҡатнашты. Локаль хәрби хәрәкәтәр ветарандары, артистар һәм спортслыр, ҙур компаниялар, корпорациялар, банктар етәкселәре йыйылды.

Республика Башлығы Башҡортостан экспозицияһының тематик майҙансыҡтарын ҡараны һәм күргәҙмәгә килеүселәр өсөн төбәктең киң презентацияһына старт бирҙе. Ул Башҡорт иленең үҙенсәлектәре, бөгөнгөһө һәм үткәне менән таныштырҙы. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡортостандың туристик ҡеүәте тураһында һөйләне һәм барыһын да беҙгә ҡунаҡҡа килеп, матурлыҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡырҙы. “Башҡортостан – ял итеү өсөн бик яҡшы урын. Күҙ алдына килтерегеҙ: 12 мең күл һәм йылға, тау саңғыһы трассалары. Республикабыҙға килегеҙ, беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ, уларҙы ҡаршы ала беләбеҙ. Башҡортостанға саҡырам. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!” – тине ул.

Автор:
Читайте нас