

Мәскәүҙә “Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмәһендә Өфө ашнаҡсылары 100 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы ҙур өсбосмаҡ бешерҙе, шулай уҡ “Бишбармаҡ”, “Зур балеш”, “Гөбәҙиә” милли башҡорт ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, йылҡы итенән деликатестар менән таныштырҙы. Өсбосмаҡ өсөн ҡамырҙы 9 квадрат метр майҙанлы өҫтәлдә йәйгәндәр."Ҡамыр ризығын әҙерләү өсөн урындағы һыйыр итен ҡулланабыҙ", — тип билдәләне «bUffet» рестораторҙар клубы директоры һәм «Алтын Буфет» премияһына нигеҙ һалыусы Виталий Барановский
Шулай уҡ 250 литрлыҡ ҙур ҡазанда башҡорт ашнаҡсылары 120 килограмм иттән бишбармаҡ әҙерләне. Ҡунаҡтар тәмле ризыҡтар һәм башҡа башҡорт милли аҙыҡтары менән һыйланды.
“Миңә башҡорт “Гөбәҙиә"һе ныҡ оҡшаны. Әле уны әҙерләү ысулын тулыһынса ҡараным. Был ризыҡты өйҙә мотлаҡ әҙерләйәсәкмен, – тине Саха Республикаһынан Жимагуль. – Башҡорт милли аш-һыуы филиалдарын башҡа ҡалаларҙа ла асһындар ине, мәҫәлән, Яҡутияла ла".
Сығанаҡ: "Башинформ".