+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Декабрь 2023, 07:05

Коронавирус эләктереүселәр күбәйә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 224 ауырыуҙа асыҡланған. Кисә был һан – 215, өсөнсө көн 208 ине.

Коронавирус эләктереүселәр күбәйәКоронавирус эләктереүселәр күбәйә
Коронавирус эләктереүселәр күбәйә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 224 ауырыуҙа асыҡланған. Кисә был һан – 215, өсөнсө көн 208 ине. Пандемия башланғандан алып ковид йоҡторған 378 892 сырхау теркәлгән.

 Әле стационарҙарҙа 239 сирле ята, уларҙың 117-һе 60 йәштән олораҡ.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 871, 1079-ы – өлкән йәштәге ханымдар һәм уҙамандар.

Үткән тәүлектә 23 яҡташыбыҙ зәһәр инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 369 666.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас