

Кисә Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа республика халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Был юлы Радий Хәбиров республика халҡы менән 3 сәғәт 45 минут аралашты. Барлығы социаль селтәрҙәр аша - 4 299 һорау, 216 видеояҙма килгән, Ситуация үҙәгендә 115 шылтыратыу теркәлгән. Радий Фәрит улы 50 һорауға тура эфирҙа үҙе яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, ҡалғандары өйрәнеләсәк һәм хәл итеү өсөн министрлыҡтарға, ведомстволарға, урындарҙағы хакимиәтәргә ебәреләсәк.
Һорауҙар һәр ваҡыттағыса йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылды. Иң популярҙары: махсус хәрби операция, юлдар, һаулыҡ һаҡлау. Салауат Юлаев һәйкәлен ремонтлау, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек һәм юбилей объекттары төҙөлөшө, мәктәптә туҡланыу, хәрби хәбәрселәр статусы, Өфө хосписы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эше һәм башҡалар. Шулай уҡ шәхси һорауҙар ҙа булды.
Тура эфир Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» һәм «Сәләм» телеканалдарында, Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында барҙы.