+30 °С
Болотло


SoperJob асыҡлауынса, эш биреүселәрҙең 81 проценты хеҙмәткәрҙәргә йәки уларҙың балаларына яңы йыл бүләктәре әҙерләй.
Компанияларҙың 15 проценты — хеҙмәткәрҙәргә, 42 проценты — уларҙың балаларына, ә 24 проценты персоналға ла, үҫеп килеүсе быуынға ла бүләктәр бирергә йыйына.
Һәр өсөнсө компания клиенттарға һәм партнерҙарға бүләктәр әҙерләй (33%). Быйыл иң популяр бүләктәр - календарҙар һәм корпоратив символика менән канцелярия тауарҙары, тәм-том, алкоголь, сәй һәм ҡәһүә.