+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2023, 10:00

Сеулдағы моделдәр конкурсында Рәсәй исеменән Өфө һылыуы Эльмира Шәйехова сығыш яһай

27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Сеулда Азия моделдәре араһында Miss Asia Awards-2023 модель премия-конкурсы үткәрелә. Рәсәйҙән унда Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры һәм проекттар кураторы, «Мисс Республика-2018» исемен яулаған Эльмира Шәйехова сығыш яһай.

Сеулдағы моделдәр конкурсында Рәсәй исеменән Өфө һылыуы Эльмира Шәйехова сығыш яһайСеулдағы моделдәр конкурсында Рәсәй исеменән Өфө һылыуы Эльмира Шәйехова сығыш яһай
Сеулдағы моделдәр конкурсында Рәсәй исеменән Өфө һылыуы Эльмира Шәйехова сығыш яһай

27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Сеулда Азия моделдәре араһында Miss Asia Awards-2023 модель премия-конкурсы үткәрелә. Рәсәйҙән унда Өфө моделе, моделдәр мәктәбе директоры һәм проекттар кураторы, «Мисс Республика-2018» исемен яулаған Эльмира Шәйехова сығыш яһай.

- Был матурлыҡ конкурсы түгел, ә Азия моделдәре араһында конкурс-премия. Проекттың төп маҡсаты - ҡатнашҡан һәр илдә Корея косметика брендтарының амбассадорҙарын билдәләү, - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Luna Models моделдәр агентлығында. - Башта беҙ Башҡортостандан ғариза биргәйнек. Әммә ойоштороусылар Рәсәй исеменән сығыш яһауыбыҙҙы һорағас, шатланып ризалаштыҡ.

Бынан алдараҡ башҡорт һылыуҡайы Эльмира Шәйехованың Global Model of the World конкурсында беренсе вице-мисс исемен алыуы хаҡында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-29/na-miss-asia-awards-2023-rossiyu-predstavlyaet-ufimskaya-model-elmira-shaihova-3542767

Автор:
Читайте нас