

«Тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан башлығына Алексеевка шоссеһында һәм Затон күперендә тығындарға бәйле мөрәжәғәт булды.
Өфөнөң Ленин районында йәшәгән халҡты баш ҡаланың Төньяҡ өлөшөн Алексеевка менән тоташтырыусы күпер төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра. Радий Хәбиров, ысынлап та, бындай идея күптән бар ине һәм ул әле проектлау стадияһында, тине, һорауға яуап биреп.
«Беҙ хәҙер күпер төҙөү буйынса бик әүҙем һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әлеге хәлдә ҙур федераль аҡсаға өмөт итә алмауыбыҙҙы барыһы ла аңларға тейеш. Төҙөлөшкә 20 миллиард һумға яҡын аҡса кәрәк. Шуға күрә шәхси компанияларҙы дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә йәлеп итеү тураһында уйлайбыҙ. Һәр хәлдә беҙ был транспорт артерияһын эшләйәсәкбеҙ. Интернациональ урам аша күпер өҫтөнлөклө бурыстар рәтендә тора», - тип яуапланы ул, мәсьәләне аныҡлап.