

1 декабрҙә 2022 йыл өсөн һалым түләү ваҡыты тамамлана, тип иҫкәртә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Һүҙ милеккә, ергә һәм транспортҡа һалым, шулай уҡ НДФЛ хаҡында бара.
Һалымды һалым түләүсенең шәхси кабинетында, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында һәм Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында, терминалдарҙа, банк һәм почта бүлексәләрендә түләргә мөмкин. Бынан тыш, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Һалым һәм пошлиналар түләү» интернет-сервисы ярҙамында башҡа кешеләр өсөн һалым түләү мөмкинлеге бар.
«2 декабрҙән башлап ваҡытында түләнмәгән һалымға көн һайын Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня һалына», - тип хәбәр иттеләр
Өҫтәмә мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте идаралығының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны буйынса алырға мөмкин: 7 (34-72) 15-10-70 (өҫтәмә номер 55-55), шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Берҙәм контакт-үҙәге телефоны: 8-800-222-22-22. Мөлкәт һалымын түләү тураһында күберәк мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында табырға мөмкин.