

Белоруссияла үткән «Лiстапад» халыҡ-ара кино фестивалендә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте жюриҙың махсус призына лайыҡ булды.
«Лiстападзiк» конкурс программаһы балалар һәм анимация фильмдары өсөн бүленгән. Быйыл Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы унда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен (режиссеры Руслан Тәүәбилев) күрһәтте.
«Төньяҡ амурҙары» — Башҡортостандың федераль прокат алған беренсе тулы метражлы йәнһүрәте. Был эш Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булышлығында бойомға ашырылды. Батыр башҡорт яугирҙәре тураһында йәнһүрәт геройҙары Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey), Нәзифә Ҡадирова, Via Chappa төркөмө лидеры Илья Тавлияров, спорт комментаторы Азамат Моратовтың тауышы менән һөйләй.