+30 °С
Болотло


«Торатау» геопаркында Ҡыш бабай резиденцияһын асырға әҙерләнәләр. Ул үҙ эшен 14 декабрҙә башлай һәм ҡунаҡтарҙы 2024 йылдың 7 ғинуарына тиклем ҡабул итә, тип яҙа Ufatime порталы.
Ауылға барыу өсөн 8 (987) 254-20-24 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Шылтыратыуҙарҙы 8 декабрҙән ҡабул итә башлайҙар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы 24 декабрҙә асыла. Быйыл ул «Азимут» ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаша, тип хәбәр иткәйнек.