

Шаршамбы, 29 ноябрҙә, Радий Хәбиров республика халҡының һорауҙарына яуап бирә, тип яҙғайныҡ инде.
Ул тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» һәм «Сәләм» телеканалдарында киске етелә башлана. Бынан тыш, һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, Республикаға идара итеү үҙәгендә трансляция алып барыла, шулай тура бәйләнеште «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанциялары эфирында тыңларға мөмкин.
Һорауҙы әле үк һәр кем «Бәйләнештә», «Класташтар» социаль селтәрҙәре йәки төбәк етәксеһенең рәсми сайты аша бирә ала. Һәр мөрәжәғәткә рәсми яуап килә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы.